Герб Уфимского райна

Администрация сельского поселения


Бахмутский сельсовет


муниципального района Куюргазинский район


Республики Башкортостан

“Трезвое село Ямансарово”

Байрам шаңдауы

ҮӘТ КҮҢЕЛЛЕ ТАМАША БУЛДЫ

Яҙ һәм матурлыҡ байрамы, ҡатын-ҡыҙҙар көнө – көтөп алған байрамдарыбыҙҙың береһе. Мәҙәниәт усаҡтарында, төрлө учреждениеларҙа был байрамды матур кисәләр менән үткәреп ебәрергә тырышалар. Яманһары ауылында ла, байрам айҡанлы, бәйге кисәһе уҙҙы.

Конкурс республикабыҙҙа иғлан ителгән “Айыҡ ауыл“ сиктәрендә “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы“ девизы аҫтында үтте. Конкурста ике команда ҡатнашты: “Шаян бабайҙар” һәм “Аҡҡоштар”.

Конкурсанттар – ауылыбыҙҙың уңған килен-еңгәләре һәм инәйҙәре: Зилә Түләгәнова, Гөлйыһан Сөләймәнова, Ләлә Батыршина, Зөһрә Раянова, Минзира Байназарова, Ильфира Түләгәнова, Гүзәлиә Халиҡова, Әлфиә Иҫәнғолова, Рәйсә Аҙналина, Гөлдәр Иҙрисова, Ольга Йәмилева, Мѳнәүәрә Урманцева. Бәйгене йор һүҙле Минжиһан Йәмилева алып барҙы, ә ир-егеттәр көйәрмәндәр булды.

Ике команда ла ярышҡа ныҡлы әҙерләнгән. Бәйге эмблема, визитка, ижади конкурс, театрлаштырылған өҙөк, реклама күрһәтеү, спортты данлау кеүек турҙарҙан тора ине. Үәт күңелле тамаша булды, исмаһам!

Ауылдарҙа шундай егәрле лә, дәртле лә кешеләр булғанда тормош дауам итә инде ул. Мәсет асҡанда ла, йәй көнө “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын әҙерләгәндә лә әүҙемлек күрһәтте ауылдаштарым. Уларға ысын күңелдән рәхмәт әйтке килә.

Конкурс аҙағында ике команда ла бүләктәр алды. Шәхси эшҡыуар Марсель Ярышев пластик тәҙрәләр ҡуйыуға ташламалары булған сертификаттар таратты.

Земфира УСМАНОВА.

Күмертау ҡалаһы.

наверх