Герб Уфимского райна

Администрация сельского поселения


Бахмутский сельсовет


муниципального района Куюргазинский район


Республики Башкортостан

ПРОЦВЕТАТЬ ТЕБЕ, РОДНАЯ ДЕРЕВНЯ, ЕЩЁ 250 ЛЕТ!

ПРОЦВЕТАТЬ ТЕБЕ, РОДНАЯ ДЕРЕВНЯ, ЕЩЁ 250 ЛЕТ!

  В субботний день возле мечети было многолюдно, Здесь жители с раннего утра ожидали. гостей из Уфы и района на праздник «Здравствуйте, односельчане. В 2014 году село Ямансарово  участвует в Республеканском конкурсе «Трезвое село».

Место общего сбора было вы-брано не случайно. Мероприя-тие, которое проводилось в де-ревне впервые„ вначале благо-словил словом божьим имам -хатиб  Ришат Ямилов, прочитал мунажаты и его 13-летний сын Айтуган. Начало большому празднику было положено, и далее все проследовали к перво-му двору, где уже встречали всех Ярышевы, Байназаровы и Ильясовы. Здесь хозяева удиви-ли. «Сейчас послушаете, как играет»,- с гордостью показывая, семейный раритет, заводит руч-ку старинного патефона Шаф-кат Ярышев. В исполнении это-го музыканта-самоучки потом прозвучало и несколько мело-дий на домбре. Это был не единственный        музыкальный пода-рок праздника.

У дома Аухади и Гульнизы Азналиных на кубызе аыграл Рафкат Ярышев, внуки 72-летней Гульсиры Галиулловны Тураевай встречали гостей мелодиями курая, а у дома Гульжиган и Ирика Сулеймано-вых всех ждало настоящее пред-ставление: начиная с хорового приветствия от многочислен-ной родни Сулеймановых, за-канчивая вокальным номером от хозяйки и танцевальным – от сына Ильгама. Авторское стихотворение родным местам по-святила школьница Лейсан, так девочка приветствовала гостей у дома своих соседей Ильясовых – Нагима Гайфулловича и Раби-ги Шарифьянавны. У дома Ди-ны Гадиляевой с неподдельным интересом все рассматривали большие полотна: пейзажи и натюрморты были авторскими работами талантливой прав-нучки Гульнары, Рядом — руко-делие хозяйки, которая вяжет более 5О лет. «А эту жилетку до-вязала буквально на днях», улыбаясь, показывает свою об-нову Дина Нагимовна, Ямиловы, Хамитовы, Урман-цевы встречали участников праздника двумя длинными столами, щедро заставленными угощениями.

Здесь у нас 40 блюд, одного только чак-чака четыре вида! Все вместе дружно готовили, а оформление от Минжиган Ямиловой», – протя-гивая блюда с бешбармаком и сладкими лакомствами, гово-рит Манавара Урманцева. В подготовке к празднику помога-ла даже её 73-летняя мама Ма-рьям Гиниятовна, которая спе-циально приехала из Павловки. Что характерно на столах жителей села не было спиртосодержащих напитков. Гостей встречали национальными напитками : кумыс, буза, айран.

Удивляли госгей угощением и хлебосольным приёмом Рахи-мьян и Рабига Идрисовы, Дилара и Марсель Ярышевы — молодая семья в этом году переехала в ро-дительский дом; теперь активна занимаются его обустройством. Ненадолго остановились гости у другого дома — Зухры и. Хамидуллы  Раяновых, рассматривая снимки из семейного альбома. На самом видном, почётном ме-сте фотография мамы хозяйки -Зайтуны Абукаевой, участницы Ленинградской битвы. У домов Са-мата и Ольги Ямиловых, Ильфи-ры и Ильдуса Тулигановых, Иль-дара и Муниры Сулеймановых показали национальные обряды, как встречают в доме новоиспе-чённую невестку.

Знакомство с деревней и её жителями, их родословными и многочисленными семьями за-вершилось, но не закончилось са-мо мероприятие., Праздник продолжился на большой поляне у здания клуба, где прошло на-граждение и чествование долго-жителей и юбиляров, молодых семей, активистов деревни и хо-зяев образцовых домов. Всё в этот день – щедрое угощение, песни, танцы, прозвучавшие мунажаты (один из них исполнила у своего дома Зиля Тулиганова — были такими искренними, неподдель-ными, что это сразу отметили го-сти праздника. «Дорогой мой, далёкий родной край! Пусть ни-когда здесь не иссякнет источник тепла, света и добра, и пусть ува-жение к своей земле питает серд-це каждого ямансаровца!», – при-ветствовали всех уфимцы Темир Алибаев и Газиз Алибаев, сын и племянник уроженца деревни, первого наркома просвещения республики Сагита Алибаева (его именем названа одна из улиц Ямансарова). Земляки препод-несли в дар деревне книги, музы-кальный центр и ковёр, Впрочем, сами столичные гости и другие приглашённые на праздник не остались без подарков: теперь о встрече им будут напоминать су-венирные кружки с фотография-ми деревни. По сегодняшнему меропри-ятию видно; ямансаровцы уме-ют и работать, и встречать го-стей! – сказал глава района Ахат Явдатович Кутлуахметов.- Так пусть у деревни будет будущее, чтобы также в дружбе и согла-сии вы жили на этой земле ещё сотни лет!   

Нияра КАШАПОВА

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”

КЕМДЕКЕ – БЕҘҘЕКЕ

Бер тотонһалар, былар ғәләмәт икән. Ситтән ҡарағанда йоҡомһорап ятҡан һымаҡ тойолһа ла, Яманһары эшкә килгәндә тауҙар аҡтарыр ауыл икән. Ҡасан ғына әле килеп сығырмы, эше ауыр, күп, тип икеләнгән саҡтары ла бар ине. Яманһары халҡын белгәндәр былар мах бирә торғандарҙан түгел, кәрәк икән башҡаларҙан арттырып та ебәрәләр, тинеләр. Ошолай уйлағандары хаҡлы булыр сыҡты – Яманһары бер күскә, егәрле, берҙәм, татыу күскә әйләнде лә ҡуйҙы.

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға тип, арбаға егеүлеһен генә түгел, ике һыбайлы аттарҙы ла әҙерләгәндәр, урамдарҙы, йорт-ҡураларҙы әйтәһе лә түгел – ҡурсаҡ иткәндәр ҙә ҡуйғандар. Ашаған белмәй, тураған белә, тигәндәй, халыҡты ошо байрам тирәләй берләштереү, барыһын да ойоштороу нисек булғанын Бахмут ауыл биләмәһе башлығы Нурия Шәрипова ла Яманһарының бер нисә активы белә. Ярар уныһы, иң мөһиме ауылдың барса халҡы килеп сыҡты бит, тигән ғорурлыҡтары йөҙҙәренә яҙылғайны. Ысынлап та, ғорурланырлығы бар. Ауыл ситендә ошонда тыуып үҫкән республиканың тәүге мәғариф министры Сәғит Әлибаевтың улы Тимерҙе, уның туғаны Ғәзизде ҡаршы алдылар, Яманһары күрке – мәсеттә доға ҡылдылар (район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев үҙе лә ошо мәсетте төҙөүгә өлөш индергән кеше, бында булғаны юҡ ине, бигерәк шәп килеп сыҡҡан да баһа, тип ҡуйҙы, ауыл муллаһы Ришат Йәмилевтың бәләкәй генә улының атай һуҡмағы – дини юлдан барыуы, матур итеп доға уҡыуы бында диндең ныҡлы нигеҙ алырына ышаныс уятты), артабан инде һый әҙерләнгән урамдар буйлап сәйәхәткә сыҡтылар. Был байрамдың иң мөһим өлөшө – Яманһары нисек йәшәй, ҡалайыраҡ донъя көтәләр, барыһын да тере күҙ менән күреп, тотоп ҡарарға була. Ниндәй өҫтәлдә ниндәй һый, кем әҙерләгән икәнен яҙыу артыҡ, күп булды барыһы ла, ҡайһылыр ғаиләләр шәжәрәһе хаҡында ла бәйән итте, кескәй генә балалар һоҡланғыс сығыш яһаны, йырҙар йырланды, бейеүҙәр бейелде, бөтәһе лә эскерһеҙ, ябай, ихлас ине. Туған-туғанды, әшнә-әшнәне күреп ҡыуанды,  ҡалай күп икәндәрен үҙҙәре күрҙе. Мәктәп ишеге алдында ифрат матур сәхнә яһалған, гәрсә халыҡ аҙаҡ шул тирәгә йыйылды, байрамға ниндәйҙер кимәлдә йомғаҡ яһау, кемдәрҙелер билдәләп китеү булды. Йырҙар йырлағанда ла әртистәрҙе әллә ҡайҙан яҙҙырып мәшәҡәтләнмәгәндәр, Яманһарыла халыҡ артистарына торорлоҡтары етерлек, барыһын да тиерлек үҙҙәре башҡарҙы, яманһарыларҙың бейеүен дә булдыра, хәбәрен дә шартына килтереп һөйләй белә икәненә инандыҡ ошонда. Сәхнәнән сығыш яһағанда район башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов: «Берҙәмлек кенә беҙҙе бирешмәҫ итә, һәр саҡ кәңәшләшеп, таяныс булып йәшәйек», – тип әлеге байрамдан ҡәнәғәт булыуын йәшермәне. Сәғит Әлибаевтың туғандары сығышы ла уларҙың күңеле тулышҡанын күрһәтте, атай нигеҙе, ул ҡалдырған эҙҙәргә ҡайтыу кешегә һәр саҡ шулай тәьҫир итәлер. Бүләктәр алып килергә лә онотмаған улар, музыка уйнатыу ҡоролмаһы Яманһарыға украт кәрәк ваҡыт икән. Нурия Нуриман ҡыҙының, төн йоҡоларын, бар уйҙарын һуңғы ваҡыт ошо байрамға арнаған кешенең, һөйләгәне шулай ҙа иң эмоциональ булғандыр. Район башлығы аҡса биргән, урамдарҙы тәртипкә килтергән, фәлән ерҙә тегене, төгән ерҙә быны эшләткәндәр, бер нәмәне эшләй башлағандар  ҙа уныһы килеп сыҡмаған, һуңынан икенсерәк итеп эшләп ҡуйғандар, кем-кем Н. Шәрипованың, бөтәһе лә, шулай ҙа, килеп сыҡты, төп маҡсатҡа ирешелде, тип әйтерлеге бар ине. Ул тәү рәхмәт һүҙҙәрен халыҡҡа төбәне, ысынлап та, халыҡ үҙе теләмәһә, бер ни булмаҫ ине, шулай бит?

Ауылда елгә бәүелеп йөрөгән һуҡбайҙар күренмәне тиерлек. Быны район хакимиәтенән килгән ҡунаҡтар ҙа иғтибарға алған икән. Киләсәк барыбер юҡ инде ул, тип башын шешәгә тыҡҡандар кәмей бара, тимәк, өмөт бар, яҡшыға юрар кәрәк быныһын.

Яманһары егете, райондың баш агрономы, атай йортон һыуытмай тотҡан Нәүғәт Хисмәтуллин, башҡа ерҙә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» сараһын күрмәгән кеше, шундай һығымта яһаны – бындай байрам беҙҙәге кеүек шәп үтмәйҙер ул барыбер. Ул хаҡлылыр, үҙебеҙҙеке бит, бынау һауа, атлап йөрөгән ер, ятып эскән шишмә һыуҙарыбыҙ кеүек был байрам да беҙҙеке. Ҡәҙерҙәрен ебәрмәй, үҙебеҙҙең ҡәҙерҙе лә бөтөрмәй, байрамдар ауылында ғына йәшәргә яҙһын.

Малик ИЛЬЯСОВ.

Дим ИЛЬЯСОВ фотолары.

Запрос вернул пустой результат.
наверх